Әминә Яхина “Күктәргә осто йәнем”
28.05.2025
Әминә Яхина әҙәбиәт донъяһына драма әҫәрҙәре менән килеп инде. Был йыйынтыҡта уның повесы һәм хикәйәләре тупланған. “Күктәргә осто йәнем” повесында ҡатын – ҡыҙҙың фажиғәле тормошо бәйән ителә, хикәйәләрендә йәшәйештең төрлө ваҡиғалары һүрәтләнә.
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
Китапты Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһынан (Чайковский урамы, 30) алып уҡырға була.