Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар
9 май Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө билдәләнә. Ошо датаға ҡарата һеҙгә түбәндәге китаптарҙы уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Күренекле яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндың “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” китабына ошо исемдәге повесы, “Тәүге тапҡыр” исемле хикәйәһе индерелгән. Китаптың “Үлемһеҙлек” тип аталған баш һүҙен әҙип Ноғман Мусин яҙған.
“Үлгәндән һуң утыҙ йыл” повесы – автобиографик әҫәр. Был повесть әҫәр геройы йәшәгән осорҙо тулы рәүештә һүрәтләй. Геройҙары ысын, ваҡиғалар ана ғына күҙ алдынан үткән кеүек. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы халыҡтың тормошон, ҡаһарманлығын, йәшәүҙең ҡәҙерен белгән кешеләрҙе күрергә, ғүмер итеү һәм үлем кеүек мәңгелек һорауҙарға яуап табырға була.
📚“Кеше яҙмышы” исемле йыйынтыҡҡа ил буйынса киң билдәле яҙыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәре индерелгән: Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тып-тын…”, Михаил Шолоховтың “Кеше яҙмышы” тип аталған повестарын, Талха Ғиниәтуллин, Василь Быков, Николай Илюмжинов, Сыңғыҙ Айытматовтарҙың хикәйәләрен башҡортса уҡырға була.
📚📚📚
9 мая в России отмечается День Победы в Великой Отечественной войне.
Предлагаем книги для прочтения на башкирском языке видного писателя Ибрагима Абдуллина “Через тридцать лет после смерти” и сборник рассказов и повестей известных писателей в нашей стране в переводе на башкирский язык.