Айһылыу Хәсәнова “Бағыш”
Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙы Хәсәнованың фәһемле һәм уҡымлы шиғырҙары интернет селтәрендә таралған, үҙенең әллә күпме уҡыусыларын тапҡан, мәҡәләләре лә әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙының ошоға тиклем «Яҙмыштар», «Хужахмәт Йәсәүи», «Бикмәт иле» исемле китаптары донъя күргән. Дүртенсе баҫмаһын ул «Бағыш» тип атаған, сөнки сираттағы ижад емеше үҙенең улы Хөрмәткә һәм яуҙан һәләк булып ҡайтҡан, әлеге мәлдә яу яланында йөрөгән ир-егеттәргә бағышланған.
Донъялағы барған афәттәр, тәбиғәт күренештәре, иҫ киткес матур ваҡиғалар битараф ҡалдырмай авторҙы. Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙының ижадына баҡһаң, ул һәр ваҡыт кешелекте борсоған глобаль мәсьәләләрҙе күтәрә, үҙенең уҡыусыларында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, тел ҡәҙерен белергә өндәй, әхлаҡи-тәрбиәүи нәсихәттәр ҙә сағыла уның шиғырҙарында.
Махсус хәрби операция башланыу менән авторҙың тел, ер, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән шиғырҙарын патриотик рух менән һуғарылған, яу яланындағы утлы мәхшәрҙе сағылдырған, нацизмдың тамырын ҡоротор өсөн башын һалған яугирҙәребеҙгә бағышланған, башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығын һәм ҡыйыулығын данлаған, ир-егеттәребеҙҙең именлегенә арналған шиғырҙар алмаштыра. Күп тә үтмәй улы Хөрмәт тә үҙ теләге менән яу яланына юллана. Шунан башлана ла инде яугир әсәһе өсөн берсә шатлыҡлы ла, берсә һағышлы ла мәлдәр. Көн дә тиерлек ут эсендә йөрөгән ғәзиз балаһы өсөн йөрәгенән ярып шиғырҙар урғыла башлай, тора-бара улар бер китап баҫтырырлыҡ булып китә һәм шағирә уларҙы баҫмаға тәҡдим итә.
Дуҫтар, һеҙгә шағирәнең ялҡынлы, тоғро, фәһемле шиғырҙарын уҡырға тәҡдим итәбеҙ.