6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

 Өскөл  хаттар…

15.04.2025

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына

Өскөл хаттар, өскөл хаттар,

Һандыҡтарҙың төбөндә.

Ята көтөп, ята көтөп

Хужаларын бөгөн дә…

Риф Мифтахов.

Сәбилә апайым ил азатлығы өсөн яуҙа һәләк булған Сәмиғулла ағаһының фронттан яҙған хаттарын ҡулъяулығына төрөп һандыҡ төбөндә ғүмере буйы һаҡлаған. Олоғайып ауырый башлағас, һарғайып, ситтәре туҙып, бөкләнгән урындары йыртылып бөткән был ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп төрөп миңә ебәрҙе. « Фәрит, минең хәлгә килгәндә, мин иҫән-һаумын, бөгөн балнисҡа ятырға китәм. Һиңә ағайым мәрхүмдең фронттан яҙған хаттарын һалам. Ҡашҡарға Зәбихулла ағайыма алып барып бирерһең»,-тип яҙғайны ҡош телендәй генә хатына.

Сәбилә апайҙың вафатына ла тиҫтәләгән  йылдар  үтеп киткән, атайым Зәбихулла ла күптән гүр эйәһе, ә миндә шул шанлы йылдарҙың шаңдауы, ғәзиз һөйәктәре ҡайҙалыр ят яҡтарҙа ятып ҡалған, ғүмеремдә бер күрмәгән яугир олатайымдың иҫтәлеге булып ятып ҡалған шул хаттар… йөрәгемде өтә генә…

Беренсе хат

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы. Ҡәҙерле әсәйем, һиңә, ҡустым Зәбихулла, ҡарындаштарым Сәбилә менән Сәмсинисаға, мине һорашҡан ағай-еңгәйҙәргә һәм уларҙың өй эстәренә барыһына ла, айырмай, күптән-күп, суҡтан-суҡ сәләм күндереп, бер күреп һөйләшергә зар-интизар булып, һағынып ҡалыусы улың Сәмей тип белерһең. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, шәп кенә тораһығыҙмы? Ауырып һыҙланмайһығыҙмы? Апайымдар иҫәнме? Еҙнәйем эшләйме? Хат алмағас, белеп булмай. Әсәй, ашарығыҙға нисек, бармы? Һыйырығыҙ булмағас, һөтөгөҙ юҡ инде, аҙлап, исмаһам, калхуз бирәме? Мин, әсәй, шул ике нәмә өсөн ҡайғырып тик йөрөйөм. Тағы: Зәбихулла армияға китеп барһа, һеҙгә ҡыйын була инде. Әгәр китеп өлгөрмәһә, мин уға шуны әйтәм: ҡустым, һин аяғың һыҙлағанға справка алып ҡуй, йәме.

Минең хәлгә килгәндә, мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Хәҙергә ауырып-һыҙланғаным юҡ. Мине уйлап ҡайғырмағыҙ.Хуш, һау булығыҙ. Иҫән булһаҡ. Бер ҡайтып күрешербеҙ әле, һаулыҡ кәрәк, әсәй. Хуш,хуш. Улың Сәмей.

Ленинград өлкәһе, Волхов ҡалаһы, х/ч, п/я №7/1. 1941 йыл, 23 сентябрь».

Был олатайымдың һуғышҡа алынып, хәрби часҡа барып урынлашҡас та яҙған иң тәүге хаттарының береһелер, моғайын, сөнки аҙағына: «Хат алғаныбыҙ юҡ беребеҙ ҙә», -тип өҫтәп ҡуйған.

Олатайым дөрөҫ һиҙенгән. Юлдыбай мәктәбендә туғыҙ класты тамамлап колхозда эшләп йөрөгән 18 йәшлек Зәбихулланы ( минең атайымды) октябрь башында уҡ һуғышҡа алалар. Атайым уның был хатын әллә уҡып өлгөрә, әллә юҡ. Ҡартәсәйем Зөлҡәғиҙә ике ҡыҙы менән ярҙамсыһыҙ тороп ҡала. «Халыҡ дошманы»ҡатынына бындай шарттарҙа йәшәүе еңелдән булмағандыр. Ауыл бәләкәй булһа ла, һинең кем икәнеңде иҫеңә төшөрөп тороусылар булмаған тип уйлайһығыҙмы? Колхозға инмәй, айырым хужалыҡ булып йәшәгән ҡартатайым Хөснөтдин Сибәғәт улын 1937 йылда ҡайҙалыр алып китеп юҡ итәләр. Йылдар үтеп, Сталин репрессияһы фашланғас ҡына уның 1939 йылдың 20декабрендә , 61 йәшендә, Йылайыр төрмәһендә мәрхүм булып ҡалыуы асыҡлана. Ауырып үлгәнме, икенсе сәбәптәнме, хәҙер быны асыҡлауы мөмкин түгел.

Икенсе  хат

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.

Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсәйем, иң яратҡаным! Хөрмәтле әсәйем, һиңә үҙемдең йәш йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Сәләм шулай уҡ Сәбилә, Сәмсиниса ҡарындаштарыма, ике еңгәйемә һәм дә балаларына. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, әсәй, шәп кенә тораһығыҙмы? Ауырымайһығыҙмы? Мин, әсәй, ошо яңы ергә килгәс, адрес алып, бер ыңғай өс хат ( көн һайын тигәндәй) яҙып һалдым. Хәҙер ике ай булып килә, һеҙҙән бер хат алғаным юҡ. Аптырайым, әсәй. Ул хат баралыр бит, ниңә яуап яҙмайһығыҙ, әллә оноттоғоҙмы? Зәбихулланың дүрт хатын алдым, минең хат уға тиҙ бара, уныҡы ла бер аҙнала килеп тора. Һеҙҙән үтенәм, Сәбилә, миңә урата яҙып тор, йәме. Инде минең хәлгә киләйек. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Имен- һаумын, ярам ҡурҡыныс түгел, ул-был нәмә юҡ. Әсәй, мине уйлап ҡайғырмағыҙ, һау булһам – ҡайтырмын, түлкә һаулыҡ кәрәк, тип һеҙҙән хат көтөп ҡалам. Хуш-һау булып ҡалығыҙ. Сәмиғулла.

Мисәт: СССР, Горький өлкәһе, Муром. 1942 йыл, 8 июль ».

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы аҡһаҡалы, уҡытыусы, оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Ҡашҡаров Хәмзә Сәйфулла улы үҙенең ауылдаштарына арнаған иҫтәлектәр китабында ҡартатайым Хөснөтдин Әхмәров тураһында бына нәмәләр яҙып ҡалдырған: «Хөснөтдин ағайҙың балалары – Сәрбиямал, Сәмиғулла, Зәбихулла, Сәбилә, Сәмсиниса. Хөснитдин ағай колхозға инмәгән, айырым хужалыҡ булып йәшәгән. 1937 йылда бесән алдынан ҡулға алынған һәм хәбәрһеҙ юғалған. Сәмиғулла ағайҙы үҙ тиңдәштәре менән Ҡыҙыл Армия сафына алмай ҡалдырҙылар. Йәнәһе ышанысһыҙ ғаиләнән сыҡҡан. Ә һуғыш башланғас, повестканы иң тәүҙә уға тотторҙолар. Аталары ҡулға алынғас, аттарын биреп, колхозға инделәр. Ул атты  «Сәмей турыһы»тип йөрөттөләр.

Сәмиғулла ағай бик эшлекле булды. Ул ер һөрҙө, ашлыҡ сәсте, бесән ваҡытында Хөбиямал еңгәй менән икәүләп бөтә бригадаға күбә яһанылар. Эшкә шәп булды, маҡталып йөрөнө. Ударник-стахановсы булды. 1939 йылда яңы ойошторолған Матрай районының беренсе һабантуйында бер ниндәй әҙерлекһеҙ, ботинка, салбар кейгән көйөнсә, 10 километр араға уҙышта икенсе урынды алды. Сәмиғулла ағай Ватан һуғышынан ҡайтманы. Ихлас, шат йөҙлө ағай ине».

Юлдыбай ауылынан Асия апай Саптарованың хәтерләүҙәренән : «Сәмиғулланың атаһы Хөснетдин Әхмәровты 1937 йылда  уҡ Шаһыбал мулла, Сәйфулла Ҡашҡаров, Сабирйән, Муса олатайҙар менән бергә алып китеп юҡ иттеләр. Әсәһе Зөлҡәғиҙә инәй әсәйем менән колхоз һарығын көттө. Колхоздың мең баштан ашыу ваҡ малы бар ине. Әсәйҙәр өйҙә башҡа эш менән булһа,  һарыҡты Зөлҡәғиҙә  инәйҙең кинйә ҡыҙы Сәмсиниса менән мин көтә торғайным».

Өсөнсө  хат

«Һаумы мине һөйөп үҫтергән әсәйем һәм күҙ ҡараһы кеүек ике ҡарындашым! Әсәй, һиңә мин , әрмиец улың Сәмей, үҙемдең йәш кенә йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан һағынышлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам.

Мин, әсәй, һеҙҙең июндә яҙған хатығыҙҙы алдым. Һеҙҙән бында килгәне бирле бер хат та алғаным юҡ ине. Ике ай ярым булып китте. Бигерәк ҡыйын булды. Хат килгәс,үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Һеҙҙең хатығыҙ менән бергә Зәбихулланан да хәбәр килде. Ул да бик шәп йөрөйөм тип яҙа. Мин бында килгәне бирле ҡустымдан дүрт хат алдым. Беҙ икәү шулай ,әсәй, Саҡ менән Суҡ кеүек, бер- беребеҙ менән күрешмәһәк тә, хат аша һөйләшеп торабыҙ. Әсәй, ағайымдың  вафатын ишетеү бик ауыр булды. Хаттың шул еренә барып еткәс,  күҙемдән йәшем йылға кеүек аҡты, әллә ниҙәр иҫкә төшөп бөттө.  Хатта ҡыйын булды. Ярай, әсәй, йылдағы урынды тултырып картуф сәстек, тип яҙғанһығыҙ, уныһына бик ҡыуандым. Инде, әсәй, һеҙгә бер һорау : һыйырығыҙ бармы, быҙауланымы, шуны айырып яҙығыҙ, йәме. Тағы, әсәй, төрлө түләмебеҙ юҡ, тигәнегеҙгә шатландым. Апайымды (Сәрбиямал) еҙнәйемә китеп бара, тип яҙған инегеҙ. Күрә алғанмы-юҡмы, шуны айыра яҙығыҙ. Әсәй, шулай итеп, һеҙҙең имен-һау тороуығыҙға ҡыуанып, үҙемдең хәлде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм, ауырып һыҙланғаным юҡ. Түлке, әсәй, шул: гелән һеҙҙе күрге килә. Һағындырҙы. Бер ҡайтып күрергә насип булһын инде. Мин һеҙҙең һаулыҡты теләп ҡалам. Хуш-һау булығыҙ. Һаулыҡ кәрәк. Һау булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, үҙ-үҙеңде бөтөрөп йөрөмә, йәме, әсәй. Хуш, хуш, һау бул, улың Сәмей.

Горький өлкәһе, Муром ҡалаһы, п/я 109, 1942 йыл, 11 июль».

Сәрбиямал инәйемдең (олатайымдың  апаһы) һөйләгәндәренән хәтерҙә ҡалған : «Һуғыш осоронда аслыҡтан шешенеп халыҡ ныҡ ҡырылды. Бигерәк тә 1943 йыл ҡаты килде. Иген уңманы, үлән көйҙө, бесән әҙерләй алманыҡ. Урамда китеп барышлай йығылып үлгәндәр булды. Күмергә кеше булманы. Бигерәк тә беҙҙең халыҡ ныҡ ҡырылды. Урыҫтар бик йонсоманы, сөнки улар картуф сәсте, балыҡ тотто. Беҙҙең тоҡомдан берәү ҙә астан үлмәне. Мин Крепостнойға барып (Крепостной Йылайыр) урыҫтарҙың кәртә артына түккән серек картуфтарын, әрселгән ҡабыҡтарын йыйып алып ҡайтып, күҙҙәрен соҡоп алып сәсә торғайным. Шуға иҫән ҡалдыҡ. Башҡалар уның менән булышманы. Беҙҙең халыҡ ялҡаумы… юҡ, ялҡау түгел, үҙ яҙмышына битарафыраҡ булды. Моңһоҙ тип әйтәйемме. Шуға ҡырылдылар…»

«…Ағайымдың вафатын ишетеү бик ауыр булды. Күҙемдән йәшем йылға булып аҡты. Әллә ниҙәр иҫкә төшөп бөттө »,- тип яҙа олатайым йәш аралаш. Был юлдар уның ике туған ағаһы Имаметдин Әхмәров турында.

«Һомғол кәүҙәле, кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, яурындарын һелкетә биреп атлаған, һәр ваҡыт күн итек кейеп йөрөгән бик һылыу ағай ине»,- тип яҙа уның тураһында үҙенең иҫтәлектәрендә Хәмзә ағай Ҡашҡаров.- Ул  «Коммунар»комбайны менән иген урҙы. Ураҡ тамамланһа, урында ултырып ашлыҡ һуҡты. Эштән һуң көн һайын Маһинур еңгәйҙе етәкләп клубҡа халыҡ уйыны  «Наза»ға килә торғайны. Бик матур бейене. Бейеүе менән ауылда дан тотто. Уның кеүек оҫта бейегән кешене бүтән осратҡаным булманы. Бәлки минең күңелгә шулай һеңеп ҡалғандыр. Бер саҡ, һуғыштан алда, Баймаҡ колхоз-совхоз театрына һөнәрмәндәр – ҡурайсылар, музыканттар, йырсылар, бейеүселәр һайлап алырға тип Хөсәинов фамилиялы ағай килгән ине. Сәстәрен һыйыр ялаған һымаҡ итеп артҡа тарап һалған, ҡара костюм, ап-аҡ күлдәк кейеп, муйынына ҡара күбәләк бәйләгән. Һомғол кәүҙәле ағай , ҡулына ҡурай тотоп, һөнәрмәндәрҙе бейетеп-йырлатып һайлай ине. Имаметдин ағайҙы бейетеп ҡараны ла һоҡланыуын йәшермәй:  «Үәт, эҙләгән кешенә таптым, һине бер һүҙһеҙ алабыҙ»,- тип шатланды. Имаметдин ағай комбайнын ташлап бер ҡайҙа ла бармаясағын өҙә әйтеп барманы. Ул мандолина тауышына сәхнәлә бейей, ә иҙәндә уның итек тауышынан сыҡҡан көйгә башҡалар бейей торғайны.

Исҡужа ауылынан Абдуллин Хөсәйен ағайҙы ат менән алдырҙылар. Ул башта ҡурайҙа бер нисә оҙон көй уйнаны. Хөсәинов ағай Хөсәйен ағайҙың ҡурайын тотоп ҡарап торҙо ла:  «Бигерәк йыуан, үҙе оҙон, был ҡурайҙа уйнарға минең көсөм етмәй»,-тине. Унан үҙе ҡурайҙа уйнап йырлатты. Йыйылған халыҡ тын алмай тыңланы. Йыр тымғас, Хөсәинов ағай :

-Бара, бара, беҙгә ошондай һөнәрмәндәр кәрәк тә инде,- тип ҡыуанды.

-Ҡайҙа бара, кем ҡайҙа бара?- тип һораны Хөсәйен ағай.

-Беҙ һине Баймаҡ колхоз-совхоз театрына артист итеп алабыҙ!

-Ил буйлап тамаҡ туйҙырып йөрөмәһәм мин ас ултыраммы? Мин ауылды ташлап бер ҡайҙа ла бармайым,- тип Исҡужаһына ҡайтып китте.

Иртәгәһен Имаметдин менән Хөсәйен ағайҙарҙы контораға саҡырып тағы бер тапҡыр һөйләшеп ҡарағандар. Тегеләре конкрет баш тартҡан.

…Һуғышҡа Имаметдин ағайҙар РКК-ның обоз аттарын егеп, һәр арбаға өсәр-дүртәр кеше ултыртып алып киттеләр. Ҡашҡар ауыл Советына ҡараған алты ауылдан беренсе тапҡыр күп кеше фронтҡа китте. Оҙатыусылар менән урам тулған ине. Аттар ҡуҙғалып киткәс, иң арттағы арбала артҡа ҡарап ултырған Имаметдин ағай тыйыла ламай иланы. Арбала Имаметдин ағай илай, улар еккән туры ҡашҡа бейә үҙәк өҙгөс итеп ҡолонон саҡырып кешнәй, һарайҙа ҡолоно сырылдай – ҡыҙғаныс хәлде ишетеп-күреп торған барлыҡ оҙатыусылар илай. Иламаған кеше ҡалмағандыр. Оҙатыусылар: «Имаметдин илап китте, ауылын ҡабат күрә алмаҫын һиҙә микән…Ҡайтһа ғына ярар ине»- тинеләр.

Ҡайта алманы Имаметдин ағай. Ҡайҙалыр яу ҡырында ятып ҡалды».

Дүртенсе  хат

«Хат башы. Яҙығыҙ ҡаршы.

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсәйем! Һиңә һәм Сәбилә, Сәмсиниса ҡарындаштарыма, Ҡотлоғәлләм ағай менән еңгәйгә һәм дә Маһинур еңгәйемә, уларҙың тотош өй эсенә айырмайынса күп сәләм. Мин, әсәй, һеҙҙең 13 сентябрҙә яҙған хатығыҙҙы алып уҡып, бик ҡыуандым. Хәлегеҙҙе белгәс, үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Сәбилә ҡарындаш калдаущик булып эшләй тип яҙғанһығыҙ. Ул унда нисек эшләй? Булдыра алырмы икән? Ярай, тырышһын. Ҡотлоғәлләм ағайым ҡайһылай ранен булып ҡайтҡан? Күп буламы ҡайтҡанына? Шуны айырым яҙығыҙ. Әсәй, мах бирмәй донъя көтөргә тырышығыҙ. Минең теләк шул. Картуфығыҙ уңдымы? Бер ҡаҙағын да һатмағыҙ, йәме, үҙегеҙ аңлайһығыҙ бит. Шул минең яҙа торған һүҙ.

Инде минең хәлгә күсәйек. Уйын ҡаты. Саңғынан төшмәй йөрөйбөҙ, ҡара ерҙә өйрәтәләр. Мин үҙем автоматсы. Ун көн уйнайбыҙ ҙа 50-80 километрға поход. Йоҡо юҡ. Бында беҙ декабрь аҙаҡтарына тиклем торорбоҙ, тиҙәр. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, һау булһам, бер ҡайтырмын әле. Хуш, хуш, һау булығыҙ. Улың Сәмей. Хуш, Ҡотлоғәлләм ағай, хуш.

Ҡаҙан ҡалаһы, п/я 925/10

1942 йыл, 22 сентябрь».

Хаттың бер мөйөшөнә  «Просмотрено военной цензурой. Казань, 72»тигән штамп баҫылған. Тимәк, цензура бик ҡаты булған, хатта башҡортса латин хәрефе менән яҙылған хаттарҙы ла уҡығандар. Шуға күрә лә олатайым армия тормошо тураһында бик яҙып бармағандыр.

…Олатайым ҙур йылылыҡ менән иҫкә алып, айырым хушлашҡан Ҡотлоғәлләм – үрҙә телгә алып үткән Имаметдиндың ҡустыһы. Ул һуғышҡа Имаметдин ағаһы менән бергә китә. 1941 йылдың октябрь айҙарында янбашынан, тубығынан ҡаты яраланып, яралары төҙәлеп бөтмәҫ борон ҡултыҡ таяҡтарына таянып, бик ауырлыҡ менән ҡуҙғалып ҡайтып төшә.

Хәмзә Сәйфулла улы китабында уны ла ҙур йылылыҡ менән иҫкә алып үтә.

«Ҡотлоғәлләм ағай – был ҡәһәрле һуғыштан беҙҙең ауылға әйләнеп ҡайтҡан иң тәүге һуғышсы булды»,- тип башлай ул яҙмаһын.- Ул һуғышҡа тиклем яҙғы-йәйге һәм көҙгө айҙарҙа колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө. Беренсе ҡар яуыу менән ҡыр йәнлектәренә һунар итә башлар ине. Колхоз уға ат беркетте. Ул ваҡытта колхоздарға һунарсылар тәғәйенләргә, ат һәм һунарсылыҡ ҡоралдары менән тәьмин итергә ҡушалар ине. Ҡашҡарҙа ике, Исҡужала бер һунарсы була торғайны. Улар тик һунарсылыҡ менән генә шөғөлләнделәр. Ҡотлоғәлләм ағайға заготживсырьела агент булып эшләгән кейәү тейеш кешеһе Мәҡсүтов Латиф бик ҙур, оҙон аяҡлы ала һунар эте килтереп бирҙе. Исеме Балкан ине. Ул эт, һунарҙан ҡайтһа, тик ята ла ҡуя торғайны. Кешелә лә,малда ла, эттә лә эше булманы. Ҡотлоғәлләм ағай, атын эйәрләп, мылтығын тот оп сыҡтымы, эт шатланып уйнай башлар ине. Ҡотлоғәлләм ағайҙың бер ваҡыт бер юлы ике бүре тотоп ҡайтҡас һөйләгәне иҫтә ҡалған. Ул, бүре эҙенә төшөп, ҡыуа башлай. Бүреләр күренгәс, этен ысҡындырып, бүреләр артынан ебәрә. Үҙе артынан йүгерә. Күп тә үтмәй, бүре менән алышҡан этен күрә. Бүрене атып үлтерә. Үҙе бүре менән булышҡан арала эте икенсе бүрене ҡыуып китә. Этен байтаҡ ара үткәс барып таба. Балкан икенсе бүрене быуып үлтереп, хужаһын көтөп ултырған була. Үҙе һуғышҡа киткәс, кемдәрҙер, бәйләп ҡуйған арҡанын ҡырҡып, этте алып киткәндәр. Шул китеүҙән эт юҡ була.

Ҡотлоғәлләм ағай, һаулығы шәптән булмаһа ла, ғәрипмен тип торманы: урындағы комбинаттан алып быймалар табанланы, тапочкалар текте, итек ремонтланы. Уларға айына 8-10 килограмм ашлыҡ паек бирәләр ине. Шуның менән ғаиләһен аҫраны. Һуңынан Юлдыбайға күсеп өй һалып инде. Итексе һөнәрен үҙләштерҙе.

Йомшаҡ тәбиғәтле, ипле һүҙле, һәр ваҡыт йылмайып ҡына һөйләшкән ағай ине ул. Аслыҡ фронтовиктарҙы ла урап үтмәне. Уларҙың өс ҡыҙы аслыҡтан мәрхүм булды. Ҡатыны Ҡолгиҙәр фермала һыйыр һауҙы, башмаҡтар ҡараны. Ағай йәшелсә үҫтерҙе».

Бишенсе  хат

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.

Ҡәҙерле әсәй !

Һине һағынып, бер ҡайтып күрергә зар-интизар булып, күптән-күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы улың Сәмей. Ике ҡарындашыма, Сәрбиямал апайыма бик күп сәләм. Нурфәйез менән Салауатты ҡайтып күреп, тупылдатып бер һөйөргә ине. Ҡотлоғәлләм ағайыма, уның ғаиләһенә, Маһинур еңгәйгә күп сәләм. Сәләм һуңында, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Шәп кенә тораһығыҙмы әле? Ашау-эсеү яғы нисек? Калхуз әҙерәк кенә булһа ла ярҙам итә аламы? Иген уңмаһа бик ҡыйындыр инде ашау яғы. Сәбилә ҡарындаш һаман да калдаущик булып эшләйме? Бик насар урында эшләй икән, әсәй. Йәш бит әле. Бик опасный урын. Икенсе эш юҡмы ни?

Әсәй, һыйырығыҙ бармы? Уны ашатырға бесән саба алмағанһығыҙҙыр инде. Апайым ( Сәрбиямал) ауырымаймы? Ул нимә эшләй? Еҙнәйемдән хат бармы, ул нисек?

Әсәй, һеҙҙең имен-һау йәшәүегеҙҙе теләп, үҙемдең хәлемде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә йөрөп ятам әле, ауырып-һыҙланғаным юҡ. Һаман да уйнайбыҙ. Көнө-төнө саңғыла, покой юҡ. Йоҡо тигән нәмәне оноттоҡ.Тулы хәрби обмундированиела поход та поход. Көнөн дә, төнөн дә. Бик ҡыйын. Ҡыйын булһа ҡалайтаһың, йөрөйһөң инде. Яңы йылды билдәләгән булдыҡ. Лекция уҡынылар. Ун километрға ярыштыҡ. Мин алда килдем. Бүләк итеп ҡулъяулыҡ биргән булдылар. Әсәй, беҙҙе оҙаҡлатмаҫтар инде. Мине уйлап ҡайғырма, мин дә, һау булһам, бер әйләнеп ҡайтырмын әле, һаулыҡ кәрәк. Белмәй ҙә ҡалырһығыҙ.

Имен-һау тороуығыҙҙы теләп, һүҙемде бөтөрәм. Хуш-һау булығыҙ. Хуш, хуш, әсәй. Әсәй, ҡустылар һәм ҡарындаштар!

Һорау: Мифтах ҡустынан хат бармы? Кемдәр ҡайтты, кемдәр…юҡ. Шуны яҙығыҙ.

Мисәт. ТАССР, Ҡаҙан.

1943 йыл. 2 ғинуар».

Бер асылып китеп һөйләшеп ултырғанда мин Сәбилә апайыма олатайым биргән һорауҙы бирҙем: «Башҡа эш юҡ инеме ни?»

-Беҙҙән кем генә һорап торһон. Берсиҙәтел әйткәс, әсәйем дә, ауыр эш түгел, бар, тигәс, эшләнем дә киттем. Тик ултырған икән тип уйламағыҙ, колхоздың бөтә ауыр эшенә лә йөрөнөм. Өҫтөмә өҫтәлмә ауыр яуаплылыҡ ҡына алғанмын. Аҙаҡ ҡына белдем : ул эшкә бер кем дә риза булмаған икән. Бәлки, кулак ҡыҙы тип, мине юрамал ҡушҡандарҙыр.

-Нисек булды һуң ул?

-Келәт булған нәмәнең нигеҙе юҡ, дүрт мөйөшөнә түңгәк кенә ултыртып буралған алама ине. Аслыҡ йылында ни, берәүһе аҫтан шыуып инеп, иҙән булған нәмәне бырау менән тишкән дә ағыҙып урлап тик йөрөгән. Яҙ үлсәп ҡараһаҡ, орлоҡ етмәй. Ун йылға хөкөм иттеләр. Колымала ултырҙым. Берсиҙәтел, ҡыҙыңды миңә бирһәң, ҡотҡарырмын, тип сөсө телләнгәс, әсәйем ҡушып та ҡараны, ярҙамы теймәне. Ярҙам итә алмаҫын белгәндер, уңай ваҡыттан файҙаланып ҡалырға уйлағандыр, тип уйлайым.

-Колыманың ҡайһы тирәһендә ултырҙығыҙ?

-Магадан өлкәһе, Ягодный районының Спорный исемле ҡасабаһында. Ул ҡасаба хәҙер донъя йөҙөндә юҡ инде.

-Коля менән Валяның атаһы менән дә шунда таныштығыҙмы?

-Шунда. Һөйләһәң – һүҙ…Ярай, бер башлағас, һөйләйем инде. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә ҡаршы ирҙәр төрмәһе лә булды. Тәүҙә тәртип иҫ киткес ҡаты булды, ирҙәрҙе беҙгә яҡын да ебәрмәнеләр. Бер ваҡыт беҙҙе төрмә биләмәһенән сығарып теҙеп ҡуйҙылар ҙа… ирҙәр төрмәһен асты ла ҡуйҙылар. Ни уйлап улай ҡыланғандарҙыр, мин хәҙер ҙә аңламайым. Йылдар буйы ҡатын –ҡыҙ наҙы күрмәй ғазап сиккән ирҙәр яу һалып беҙгә ташланды. Эш хөрт икәнен һиҙгәс ( ҡайҙа ҡасаһың, ҡасыр ер юҡ), мин йән көсөм менән:

-Кто из Башкирии? Есть кто из Башкирии?- тип ҡысҡырып өлгөрҙөм. Павел мине ҡосаҡлап алды ла бер кемгә лә бирмәне. Миәкә сыуашы булып сыҡты.

-Шунан?

-Шунан 1947 йылда – Коля, 1950 йылда Валя тыуҙы. Матур, татыу йәшәнек. Павел өлкән кеше ине. Ҡайтҡас, Миәкәгә ҡайтып, балаларымды күреп киләм, Өфө тирәһендә эш тапҡас, һине килеп алырмын, тип сығып китте лә…юғалды. Көттөм-көттөм дә киттем Миәкәгә эҙләргә. Балалары күп булған икән. Әбейе өйөнә лә индермәне. Павелды бүтәнсә күрә  алманым.

*                 *                 *

Был Сәмиғулла олатайымдың һуңғы хаты була. Шунан уның менән элемтә бөтөнләйгә өҙөлә. Нимә булғанын бер кем дә белмәй. «Сәмиғулла Хөснөтдин улы Әхмәров, 1919 йылғы, 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғалды»,-тигән кеше күтәргеһеҙ ауыр хәбәре генә килә. Шулай итеп, Сәмиғулла олатайым Ҡотлоғәлләм ағаһының һуғыштан I төркөм инвалиды булып ярым үлек хәлдә ҡайтып йығылғанын да, Мифтах ҡустыһының 1942 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалғанын да, 16 йәше лә тулмаған Сәбилә ҡарындашының ҙур бәләгә тарығанын да ишетмәй, 24 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша.

Егет үҙе үлһә лә, һүҙе ҡала, тиҙәр. Шуны раҫлар өсөн миллиондарса ҡорбан араһында юғалып ҡалған яугир олатайымдың яу яланынан яҙған хаттарын, йылдар төпкөлөнән  килгән бер ауаз булһын тип, һүҙмә-һүҙ тигәндәй күсереп һеҙгә еткереп ултырыуым.

 

Фәрит Әхмәров, хаҡлы ялдағы таусы.

Сибай ҡалаһы.

Телефон: 8-927-949-45-43