6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Әҡлимә Сафина “Күрше хаҡы”

25.06.2025

Башҡортостан яҙыусылар Союзы ағзаһы, яҙыусы Әҡлимә Сафинаның “Күрше хаҡы” исемле китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тендә 2017 йылда донъя күрҙе. Ул үҫмерҙәр өсөн тәғәйен­лән­һә лә, повесть һәм хи­кә­йәләрендә кеше яҙмыштары, төрлө хәл-ва­ҡиғалар, күңел кисерештәре өлкән быуын уҡыу­­сыларын да йәлеп итә. Йыйынтыҡҡа ин­гән “Их, йә­шәйһе ине!” тигән повесын алайыҡ. Тыумыштан ҡулы зәғиф Ай­һылыу, уҡыуын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, яҡты хыялдар менән бына-бына оло тормошҡа аяҡ ба­ҫырға тор­ғанда, яман сиргә дусар була. Һөй­гәне Васи­лий­ҙың Сыктывкар ҡалаһынан килерен көтөп, ғүмеренең аҙағынаса ошо төҙәл­мәҫлек сиргә ҡаршы көрәшә. Әммә тормош шул тиклем аяуһыҙ…
Әҡлимә  Ғиззетдин ҡы­ҙының  “Изге мөхәббәт”, “Сабыр иткән — моратына еткән” әҫәр­ҙәрендә күп әсә­ләрҙең, йәш егеттәрҙең йөрәктәрендә мәңге уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған Афған, Чечен һуғышы асыҡ яҡтыртылған.  Әсә Афған һуғы­шынан һөйөклө улы Илгизде көтөп ала, әммә ул ауырыу булып ҡайта. Бер кемгә лә кәрәкмәгән һуғышта башын һалған, унда булған ғәрәсәтте кү­реп ҡайтҡан егеттәрҙе, төн йоҡоларын йоҡламай ул­дарын көткән әсәләрҙе әҫәрҙәрендә тасуирлай автор.
Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы, етди тема­ларҙан тыш, юмор һәм сатираға ла мө­­рәжәғәт итә. Йыйынтыҡҡа ингән “Ельцин бабай алдамаҫ” хикәйәһе тап шун­дай­­ҙарҙан. Ябай халыҡ ил баш­лыҡ­та­ры­на шул тиклем ышанған, вәғәҙә­лә­ренең үтәлмәүен күҙ алдына ла килтерә ал­­ма­ған — автор уҡыусыға шул хаҡта оҫта итеп еткерә алған.
Әҡлимә Сафинаның китаптары бик уҡымлы, тормоштан алып яҙылған.