Сәфәрғәле Йәнтүриндың «Татлыбайҙан башланған юл» китабы
08.10.2025
Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүриндың «Татлыбайҙан башланған юл» исемле китабына авторҙың тормош юлына, уҡыу-уҡытыу, ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бәйле хәтирәләре, иҫтәлектәре тупланған. Китапта Баймаҡ районының бәләкәй генә ауылынан сыҡҡан ябай ауыл малайының рухи үҫеш юлы, һынауҙар аша сынығып, халҡына хеҙмәт итерҙәй, ил хәстәрен иңләрҙәй ир-уҙаман булып өлгөрөүе, ауылының бәләкәй генә сәхнәһенән алып сит ил сәхнәләрендә сығыш яһауға өлгәшеү юлы һүрәтләнә. Китапта автор үҙенең тормош юлына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашҡанда, яҡындарының, туғандарының, ауылдаштарының, ошо төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең яҙмыштарына ла туҡтала. Китап йәш белгестәргә, мәктәп уҡытыусыларына файҙалы методик ҡулланма булараҡ тәҡдим ителә.
