6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Китап туйы

25.06.2025

24 июндә талантлы яҙыусы, Башҡортостан яҙыусылар Союзы ағзаһы Әҡлимә Сафинаның «Етемлектең әсе күҙ йәштәре» һәм «Зайнулла ишан эҙҙәренән» китаптарының презентацияһы үтте. Сараны алып барыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙҡанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, Сибай яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Әминә Яхина Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙының тормош юлы, халыҡсан, бай телле ижады тураһында таныштырҙы. Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙының әҫәрҙәре тормошсан, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, ышандыра. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Етемлектең әсе күҙ йәштәре” китабы «Дуҫлыҡ» совхозы директоры Сибәғәт Сөнәғәт улы Ғиззәтуллин тураһында. «Зәйнулла ишан эҙҙәренән» тип аталған яңы йыйынтыҡҡа республика ғалимдарының материалдары, бөйөк шәхестең нәҫелен дауам итеүсе ырыу-заттары, алдынғы шәекрттәре тураһында иҫтәлектәр тупланған.

Осрашыуҙа Сибай ҡалаһының яҙыусылар берекмәһе ағзалары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, дин әһелдәре, «Һуғыш балалары» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты һәм үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты, Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙының ижадына ҙур баһа биреп, изге теләктәрен еткерҙе. Сара Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирәмә” клубы сиктәрендә Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үтте.