6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Песни и стихи о Сибае

Стихи о Сибае

Айтбаева Гузель Славная Башкирия моя! В городе Сибае живу Я! Даже если весь мир обойдешь, Лучше града, чем ты не найдешь! Песни егетов, песнь чабанов, Скачки лихие отважных бойцов, Смелые скачки, словно буран! Все это ты, – мой Башкортостан!
16 сентября 2025 201

Сал далала үҫкән ҡала

Тимерғәле Бүләков Ирәндеккә менеп күҙ һалһаңсы, Яуын ала күҙҙең йәш ҡала. Алыҫ быуаттарҙан байҡаһаңсы, Был урында булған сал дала. Сал далала әйҙәп мал үрсеткән, Ата – бабаң ҡола яланда. Ҡурай уйнап, йырлап ҡымыҙ эскән, Йәйләүҙәргә сыҡҡан сағында. Моңло бит ул “Сибай” һәм “Буранбай”, Оҙон һуҙып ...
3 июля 2025 383

Сибай сәғәтенең сыңдары

Әмир Моратов Сыңяһауҙай ғына бер ҡала- Сәңгелдәктә ятҡан ир бала. Уяна ла, ана, йылмая. Сибай сәғәттәре сыңлаһа.   Йылмайып та тыуған таңдары, Баҙрап торған аҡ йондоҙҙары, Салт ҡояштыңсағыу нурҙары – Сибай сәғәтенең сыңдары.   Төйәләҫтең шым тулҡындары, Талдары, моңһоу муйылдары. Үҙәкте ...
3 июля 2025 309

Нурлы ҡала

Мотал Рәмов Йәшлек дәртен, илһам сығанағын Күңелдәргә бирер ер ҡайҙа? Тип һораһа берәү, шикләнмәйсә Әйтер инем – ул ер Сибайҙа.   Урал аръяғының баш ҡалаһы, Нурлы, моңло ҡала, эх, Сибай. Ҡунаҡсыл да, йомарт, итәғәтле, Килгән – киткәндәргә йөҙ сирмай.   Йыллап, айлап түгел, ...
3 июля 2025 421

Байрам менән һине, ҡалам!

Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Илшат Яхин көйө 1.Сал ҡылғандар  бәүеләләр Саҡыра ихлас дала. Күк Ирәндек итәгендә Балҡыны нурлы ҡала. Сибайымдай    гүзәл ҡала Берәү генә донъяла. Ҡушымта: Байрам менән һине Гүзәл  тыуған ҡалам. Иң изге теләктәр Һиңә теләп ҡалам Сибайым, Сибайым Мәңге балҡып йәшә! ...
28 мая 2025 360

Йәшә, гөрлә, минең йәш ҡалам!

    Инга Илембетова Киң далаға һипкән ҡуҙҙармы ни – Емелдәшә Сибай уттары. Аҡ йондоҙҙар менән күҙ ҡыҫышып, Серләшәләр ҡалам йорттары.   Ныҡлы аяҡ баҫып далаһына, Ҡарт Уралға терәп иңдәрен, Үҫә Сибай, матурлана һаман, Халҡы эшләй, төрөп еңдәрен.   Ғорурлығы күкһел Ирәндектең, Төйәләҫтең ...
12 мая 2025 590

Сибай вальсы

Зөһрә Фәйзуллина Сал даланың күкрәгенән Ҡалҡып сыҡтың, нурлы Сибай, Ҡалалар күп ер йөҙөндә, Үҙ күркең бар һинең, Сибай.   Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Онотолмай нурлы Сибай. Көндән – көнгә үрҙәр яулап, Шаулап – гөрләп йәшә, Сибай!   Тау йөрәген йыртып асҡан Алтын ҡуллы эшсән Сибай, Үрҙәр ...
12 мая 2025 391

Сибайым

Ҡадир Әлибаев Бында тыуып – үҫмәһәм дә Йәнгә яҡын Сибайым. Ситкә китһәм, ныҡ һағынам, Һағынһам да сыҙайым! Һөйөп йәшәү – ҡалай рәхәт! Рәхәткә мин сыҙайым. Күңелемдә бер йыр сыңлай, Эй, һин, минең Сибайым! Дөм-ҡараңғы төндәрендә Емелдәй уй, биҙәктәр. Яҡты төндә серләшәләр. Төнгә ғашиҡ ...
12 мая 2025 508

Сибайым һин, гүзәл Сибайым

Абдулхаҡ Игебаев Тау – ташыңа, һәр бер балҡышыңа Ғашиҡ булғанғалыр, моғайын, Ете төндә татлы төштәремә Килеп керәһең һин, Сибайым! Аҡыҡтай аҡ бәхет юрайым! Ирәндеккәй һиңә һөйөп баға, Гөл –сәскәләр һуҙа туғайың, Әйтерһең дә, тылсым көсөң менән Йәнде арбайһың һин, Сибайым! Сибай һин, гүзәл  Сибайым, ...
12 мая 2025 303

Атайсалым – Сибайым

Әмир Моратов Ирәндеккәйемдең көн битләүен Ҡамап алған моңһоу далалар. Шул далала ғорур сал бөркөттәй Ҡанат йәйеп ятҡан ҡала бар. Атайсалым – алсаҡ Сибайым, Аҡ яҙмышым – сыуаҡ Сибайым, Саң – саң иткән бөркөт – Сибайым, Алтын ғына бишек – Сибайым! Табынып та һиңә йырлайым. Төйәләҫтән мәллә моңдар ...
12 мая 2025 335