6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Бүләккә – тырыз

02.07.2026

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһындағы тирмә тағын бер матур экспонатҡа байыны. Китапхананың даими ҡулланыусыһы, тоғро дуҫы Хәлил ағай Һөйөндөков бик матур ҡапҡаслы тырыз бүләк итте. Уның матур ғына тарихын да бәйән итте ул. Әрмеләрҙә хеҙмәт иткән осоронда, яңы ғына хеҙмәткә алынған һалдаттар араһында, хәҙерге ваҡытта танылған башҡорт ҡурайсыһы, Ришат Рәхимов та була. Яҡташыма иҫтәлеккә тип ул Хәлил ағайға ошо тырызды бүләк итеп китә лә инде.

Ә бөгөн Хәлил ағай уны беҙҙең тирмәбеҙгә алып килде.  Китапханаға килгән ҡунаҡтар, уҡыусылар тирмә эсенә инеп сыҡмай, китмәйҙәр. Ата – бабаларыбыҙҙың  ағастан йә иһә, туҙҙан эшләнгән әйберҙәре тирмә эсенә үҙенсәлекле йылылыҡ өҫтәй һәм был тырыз да халҡыбыҙҙың ҡул эштәренең бер күренеше булып, тирмәбеҙҙә үҙ урынын алды.

#библиоюрта#тырыз#этнографикэкспозиция#КДНИЗПСИБАЙ#Сибайкитапханалары#МодельнаякраеведческаябиблиотекаСибай