Ишетәмен Иҫке Сибайҙы
10.03.2023
Ирәндеккә менеп, ташҡа баҫып,
Ҡулға алһам ҡырлас ҡурайҙы,
Ишетәмен башҡорт моңон бында,
Ишетәмен Иҫке Сибайҙы…
Ирәндеккәй битләп ятҡан ҡала,
Һай, Сибай ҙа тиеп атала,
…Һоҡланыр ҙа ине Сибайына
Сал тарихта ҡалған Фатима!
Сибайҡайым, минең һай Сибайым,
Ҡулдарыма алһам ҡурайым
Һоҡланамын һинең үткәнеңә,
Тарихыңа ҡайтып урайым.
Юҡ әлегә һинең урамдарҙа
Небоскребтар күккә олғашҡан,
Әммә, ләкин һинең тамырҙарың
Сал тарихҡа барып тоташҡан!!!
… Ирәндеккә менеп, ташҡа баҫып,
Ҡулға алһам ҡырлас ҡурайҙы,
Ишетәмен башҡорт моңон бында,
Ишетәмен Иҫке Сибайҙы…
Мансур Рәхимғолов