Көҙ. Һиллек. Төрлө-төрлө
Төҫкә сумған йәш ҡалам.
Аллы-гөллө япраҡ кисеп,
Уйсан ғына мин барам.
Күктән йылмайып донъяға,
Һалҡынса ҡояш баға,
Көҙҙөң ошо матур көнөнә
Шатлана бала-саға.
Ниндәй бәхет! Ниндәй хозурлыҡ
Тирә яғы ҡаламдың!
Ҡыҙарышып, татҡа тула
Тәлгәштәре баландың.
Юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып,
Көлөшөп йәштәр уҙа,
Кәйефем дә, күңелем дә
Бик күтәренке шуға.
Шундай матур, шундай күркәм
Минең ҡалам – Сибайым!
Һиңә ҡарап, һине һөйөп
Һис ҡасан да туймайым!
Эх, Сибайым, Сибайым,
Һиңә йырҙар йырлайым!
Ҡурайымды ҡулға алһам,
“Сибай”ымды уйнайым.
Бар халҡымды ҡыуандырып,
Сәскә ат һин, Сибайым!
Күгең аяҙ, илем тыныс
Булып торһон, Хоҙайым!
Сибайым
10.03.2023
Мансур Рәхимғолов