Һөйөндөков Хәлил Төхфәт улы
1957 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССРның Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуа. 1964-1974 йылдар ауылдың башланғыс мәктәбендә һәм Баймаҡ интернатында белем ала. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1979 йылда Куйбышев (хәҙерге Самара ҡалаһы) хәрби медицина факультетында уҡыуын дауам итә. 1981 йыл, хәрби табип дипломы алып, медицина лейтенанты дәрәжәһендә Урал хәрби округының стратегик ракета частарының береһенә артабан хеҙмәт итергә тәғәйенләнә. Төрлө гарнизондарҙың хәрби госпиталдәрендә хеҙмәт итеү дәүерендә, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы һағындағы өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар юғары командование һәм Оборона министрлығы тарафынан наградлана. “СССР ҡораллы көстәренә 50 йыл”, “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары өсөн” I, II, III дәрәжәләре миҙалдары менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәт ветераны. 2004 йылда подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
Бала саҡтан башҡорт әҙәбиәтен һөйөүсе кеше булараҡ, һуң ғына булһа ла, хәрби хеҙмәте тамамланып килгәндә хикәйә һәм повестар ижад итергә тотона. 2003 йылдан һәр төрлө матбуғат сараларында уның әҫәрҙәре баҫыла башлай. Әҫәрҙәрҙә башлыса мажаралы жанр, шулай уҡ, лирикаға ла иғтибар итә. Кадрҙағы офицер булараҡ, хәрби теманы ла урап үтмәй. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү мәсьәләләре лә уның ижадында ҙур урын биләй. Үҙенең повесть, хәкәйәләре һәм мәҡәләләре өсөн төрлө йылдарҙа “Шоңҡар”, “Аманат” журналданының, “Киске Өфө”, “Йәшлек” гәзиттәренең йыл лауреаты итеп билдәләнә.
Һуңғы йылдарҙа башлыса мәҡәләләр яҙыу менән мауыға. Үҙе диндәге кеше булараҡ, яҡташтарыбыҙҙы һәр саҡ иманға өндәүҙе үҙенең бурысы итеп һанай. Динебеҙ мәсьәләләренә ҡағылышлы мәҡәләләре лә йыш ҡына матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Табип булараҡ, һәр төрлө сирҙәрҙән һаҡланыу темаларына ла мәҡәләләр яҙа.
Һәр төрлө киң матбуғат сараларында мәҡәләләре, хикәйәләре, повестары баҫылып сығып тора.
Хәләл ефете Әминә менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, биш ейен-ейәнсәре үҫә.
Хәлил Һөйөндөков (әҙәби псевдонимы – Зәбих Ҡыуандыҡов) 2014 йылдан – Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар Союзы ағзаһы. Хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында йәшәй.
Китаптары:
1. “Сыйырсыҡ ояһы”. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мажаралы хикәйәләр йыйынтығы. 2008 йылда Зәйнәб Биишева ис. “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты.
2. “Изгелек”. Хикәйәләр һәм әкиәттәр. 2023 йылда Зәйнәб Биишева ис. “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты.