Рузидә Үтәшева
Үтәшева Рузидә Рәсүл ҡыҙы, 1958 йылдың 18 февралендә Салауат районының Лағыр ауылында донъяға килгән. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң тыуған ауылында башланғыс синыфтарҙа уҡыта. 1985 йылда БДУ – ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Студент йылдарында ғүмерлек мөхәббәтен осратып, Йылайыр яҡтарына килен булып төшә. Йылайыр, Юлдыбай мәктәптәрендә, Сибай ҡала гимназияһында балаларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә.
Данлы-шанлы Салауат ерендә, шиғриәтебеҙҙең аҫыл бөркөтө Рәми төйәгендә, һүнмәҫ рухлы Ҡол Ғәли тыуған ерҙә үҫеп, Бабичтың һуңғы көндәре үткән Йылайырҙа йәшәү – быларҙың барыһы ла ижадҡа тартылған Рузидәнең күңеленә тынғы бирмәй. Шиғырҙар ижад итә, мәктәптә ижадҡа ынтылған уҡыусылары өсөн түңәрәктәр ойоштора.
Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәй. 41 йыллыҡ хеҙмәт стажы менән хәҙер инде хаҡлы ялда. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Рузидә Рәсүл ҡыҙы күңелдәре моңға мөлдөрәмә тулған саҡтарҙа ла, һағыш уты ялмап алған мәлдәрҙә лә ҡулдарына ҡаурый ҡәләм ала һәм барлыҡ уй – хистәрен аҡ ҡағыҙ биттәренә теҙә. Улар аша үҙенең хыялдары, эске кисерештәре менән уртаҡлаша.
Рузидә Үтәшеваның 2015 йылда “Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем” исемле шиғриәт йыйынтығы һәм “Ете юл сатында” повесть һәм хикәйәләр китабы баҫылып сыҡты.
