Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Башҡорт ғаиләһе көнө

01.03.2023

Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән иң матур байрамдарҙың береһе ул – Башҡорт ғаиләһе көнө! Барығыҙҙы ла ошо матур көн менән ихлас ҡотлайбыҙ, дуҫтар!!! Бар ғаиләләргә лә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, ҡулға-ҡул тотоноп, оҙон тормош юлын бергә үтергә яҙһын. Өйҙәрҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, һәр ҡайһыбыҙға бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, именлек юлдаш булһын!

Бөгөнгө яҙмала коллегабыҙ Гөлсирә Яҡупованың ғаиләһе менән таныштырып үтәбеҙ.
Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 1991 йылдан алып эшләй. Үҙ эшен яҡшы белгән юғары белемле белгес бөгөн Үҙәк ҡала китапханаһын етәкләй. Төрлө тематик саралар, кисәләр ойоштороп ул йәш быуында Тыуған илебеҙгә, тарихыбыҙға, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Төрлө проекттар өҫтөндә эшләй, еңеүҙәр яулай. Уны һәр ерҙә хөрмәт итәләр, һәр эште ышанып тапшыралар. Уның намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, дипломдар менән баһаланған.
Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы эшендә етәксе булһа, өйөндә ул ире Зәбир Яҡуповҡа ышаныслы терәк-таяныс, яҡшы ҡатын. Яҡуповтарҙың бергә-бергә, парлы ғүмер итеүҙәренә 26 йыл. Ир – беләк, ҡатын – терәк, тигәндәй, улар донъя йөгөн тиң тарта. Зәбир Нуриман улы Өфө газ бүлеү йәмғиәтенең Сибай ҡалаһы филиалында монтажсы булып эшләй. Уның ҡулынан килмәгән эш юҡ. Йорто ихатаһы эсенә ял итеү урынын үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған, мебелдәрҙе ремонтлауға әүәҫ. Буш ваҡыттарында балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Яҡуповтар ике ул үҫтерә, уларға юғары белем алыуҙа ярҙам итә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап эшһөйәр, тырыш булып буй еткергән, икеһе лә алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешмәй ҡалмай. Улар мәктәптә башҡорт класында уҡығандар, ғаиләлә лә башҡорт телендә һөйләшәләр, сәләмәт тормош алып баралар. Өлкән улдары Нурислам Сибай медицина колледжын тамамлағандан һуң әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы курс студенты. Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһында эшләп тә йөрөй. Кесе улдары Денис Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының юридик факультеты дипломын алғас әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан. Әле ул Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһындағы бүлегенең тәфтиш бүлегендә эшләй.
Яҡуповтар матур йорт һалып ингән. Күркәм йорттары тирәһе емеш ағастары, йәшелсә баҡсаһы менән уратып алынған, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Улар туған йәнле, ярҙамсыл, ауыр саҡта яҡындарына кәңәшсе, терәк. Уларҙың ғаиләһен яратмаған, хөрмәт итмәген кеше юк. Шуға күрә тыуған йорттарынан ҡунаҡ өҙөлмәй, дуҫ – иштәре, туғандары менән аралашып, ҡатнашып йәшәйҙәр, туғанлыҡ ептәрен өҙмәйҙәр. Йыл да туғандары менән төрлө байрамдар үткәреп, аяттар уҡытып, ҡорбандар салдырып бергә йыйылып, күрешеп торалар,
Өлгөлө, татыу Яҡуповтар ғаиләһенә киләсәктә лә именлек, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ!