Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Ижад кисәһе

08.02.2024

07 февралдә, Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, яҡташыбыҙ, исеме Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, ә республикаға билдәле булған ижадсы, танылған шағир һәм журналист, бик күп һанлы йырҙар авторы, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы Мотал Рәмовтың ”Күрешәйек әле, дуҫтарым!” тип аталған ижад кисәһе үтте. Сарала Мотал Зәкирйән улының дуҫтары, коллегалары, туғандары һәм уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Ижади кисәне асып, тәбрикләү һүҙе менән үҙенең сығышында Сибай ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Г.Ю. Иҙрисова Мотал Рәмовтың ижады хаҡында бәйән итеп, ошо тантаналы сара менән ҡотланы, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Фәрит Мортаев, Сибай яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Әминә Яхина һәм берекмәнең ағзалары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Айсыуаҡова ысын күңелдән сараның төп ҡунағына матур теләктәрен еткерҙе. Яратҡан шағирҙы шатландырып “Яугел” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле сығышы менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов үҙәк өҙгөс моң менән М. Рәмовтың һүҙҙәренә композитор Илшат Абдрахманов яҙған “Раббым” йырын башҡарҙы. Талантлы яҡташыбыҙҙың моңло йырҙары әленән-әле республика сәхнәләрендә яңғырай, телевидение һәм радио аша ишетелеп тора. Биология фәндәре докторы, академик Йәлил Һөйөндөков М. Рәмовтың һүҙҙәренә үҙе көй яҙған йырҙарын йырланы. Шағирҙы ҡотларға туғандары ла килде. Улар М. Рәмов менән ғорурланыуҙарын белдерҙе, уның туған хисле булыуы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Мотал Зәкирйән улының тормош юлдашы— Эльвира Әбделғәней ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Залда ултырыусылар Мотал Рәмов башҡарыуында, уның үҙенең шиғырҙарын, ихлас тыңланы, алҡыштарға күмде. Байрам М.З.Рәмовтың килгән ҡунаҡтарға, кисәне ойоштороусыларға әйткән рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды.