Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

«Башҡорт халыҡ уйындары» фольклор сәғәте

03.04.2024

Баш­ҡорт халыҡ балалар уйындары йәш быуынды тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Уйындар балаларҙы күп яҡлап үҫтерә, уларҙың аңын уята, телмәрен байыта, ихтыяр көсөн үҫтерә.  Уларҙың шәхес булараҡ үҫешеүенә булышлыҡ итә. Уйын барышында балаларҙа йылғырлыҡ, таҫыллыҡ сифаттарын үҫтерә. Уйындар балаларҙа ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй.  Башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә. Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршы­лыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифатта­рын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

3 апрель Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейына барҙылар. Лицейҙың 3 а  һәм 5 б кластарында  «Башҡорт халыҡ уйындары» темаһына фольклор сәғәте үтте. Балалар башҡорт халыҡ уйындары: «Күмер йөҙөк», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Боҙоҡ телефон», «Боҫмаҡлы уйыны», «Теүәтәй йәшереш», «Осто, осто», «Көршәк ватыу» уйындары менән таныштылар һәм уйнанылар.