6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

«Килен» де көтөп алдыҡ.

09.07.2024

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһына күптәр һораған, йәш әҙибә Заһиҙә Мусинаның  «Килен»  исемле  китабы килде. Йыйынтыҡҡа  повесть һәм хикәйәләр тупланған.  «Килен»  – Заһиҙәнең тәүге китабы, әҙәбиәттәге дебюты.

Заһиҙә Мусина Йылайыр районының  Сәлих ауылынан. Башҡорт дәүләт университетында белем ала,  шул уҡ ваҡытта “Шоңҡар” журналында эшләй. Йәш яҙыусының әҫәрҙәре республика матбуғатында, шул иҫәптән “Йәшлек” гәзитендә лә донъя күреп тора. 2021 йылда ул Мостай Кәрим фонды ойошторған әҙәби конкурста гран-при яуланы.

З. Мусинаның  «Килен» повесында киҫкен социаль темаларҙың береһе  – ғаиләлә йәберләү темаһы күтәрелә, ҡәйнә һәм килендең үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәттәре тасуирлана. Ҡыҙ баланы кейәү йортонда бихисап һынауҙар көтә… Ошо ауырлыҡтарҙы төп герой йырып сыға алырмы? Килеп тыүған һынаүҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ғайләһен һаҡлап ҡалыуға уның сабырлығы етерме? Бында төп героиня бәхетһеҙ әсә, уҫал ҡәйнә һәм эскесе ир баҫымы аҫтында йәшәй. Төрлө һынауҙар аша үткәс кенә, ул кескәй балалары менән ғаиләнән китергә көс таба. Повесть күптәрҙе битараф ҡалдырмаҫ тип ышанабыҙ. Китапта бирелгән хикәйәләр ҙә замандың киҫкен проблемаларын асып бирә.

Әҫәр әҙибәнең әсәһенең тормошонда булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған. Заһиҙә Мусинаның  «Килен»  повесы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектакль сәхнәләштерҙе.

Йәш әҙибәнең «Минең ямғыр» исемле икенсе китабы донъя күрҙе.  Был баҫмаға  сатирик хикәйәләре лә индерелгән.