6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

“Бадьян” китабының исем туйы

07.12.2024

05 декабрҙә Сибай гимназия-интернатында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы журналистары союзы ағзаһы, РФ мәғариф отличнигы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһы башҡорттарының башҡарма комитеты ағзаһы, Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 100 ашыу мәҡәлә, очерктар, 4 китап авторы Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллинаның рус телендә донъя күргән “Бадьян” китабының исем туйы үтте.

Сараны уҡыу йорто уҡытыусылары һәм уҡыусылары бик матур ойошторҙо. Китап йөкмәткеһенә, Таңһылыу Фәтих ҡыҙының ижадына байҡау яһалды, әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелде. Гимназия-интернат уҡыусыларының сығыштары барыһына ла хуш килде. Сарала ҡатнашыусылар Таңһылыу Фәтих ҡыҙының ижадын юғары баһалап артабан да ижади уңыштар, матур китаптар донъяға тыуыуын теләне.

Артабан да әүҙем ижад итегеҙ, халҡыбыҙҙы уңыштарығыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ, аҫыл хеҙмәтегеҙ менән ҡыуандырып йәшәгеҙ, хөрмәтле Таңһылыу Фәтих ҡыҙы!