“Әҙәби тирмә” клубы ултырышы
13.02.2025
12 ғинуар Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Әҙәби тирмә” клубының сираттағы ултырышы үтте. Сарала яңы клуб ағзалары Рәмзиә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ниғмәтуллинаның һәм Гөлсөм Әмир ҡыҙы Закированың ижадтарына байҡау яһалды. Р.З. Үҙәнбаева, Т.З.Йәнтүрина, Р.Р. Үтәшева һәм Ф.М. Юнысовалар яңы шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙеләр. Ә. М. Яхина яңы конкурстар тураһында һөйләне һәм ҡәләмдәштәренә әүҙем ҡатнашырға өндәне. Китапхана мөдире Р.З.Кунаева Бәйләнештә сәхибәһендәге Әҙәби Сибай https://vk.com/public208777617 төркөмөндә эште әүҙемләштереү алымдары менән бүлеште.