6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» еңеүселәре бүләкләнде

19.03.2025

18 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында IX Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Был Бөтә Рәсәйҙән талантлы һәм маҡсатлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереүсе иң масштаблы һәм ҙур дәрәжәле проект.

Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең ҡалабыҙҙан Башҡортостандың  мәғәриф алдынғыһы һәм ветераны, шағирә, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубы ағзаһы Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы Хәсәнова “Ҡатын -ҡыҙ – милләт әсәһе” IX Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Мәрйәм Ишбулды ҡыҙына бар күңелдән һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Мәрйәм Хәсәнова ҡалабыҙҙа үткән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уның ижадында милли ҡиммәттәр, Ватаныбыҙҙы һөйөү һәм халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре пропагандалана. Хәсәновтар ғаиләһенә Республика кимәлендә еңеү яулаған «Өлгөлө ғәилә”исеме бирелгән.