«Илем һағында» төбәк -ара әҙәби конкурсы
30 апрелдә, Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналған «Илем һағында» төбәк – ара әҙәби конкурсы үтте. Конкурсҡа үҙҙәре ижад иткән, башҡорт йәки рус телдәрендә тарихи йәки хәрби-патриотик йөкмәткеле «Проза» (хикәйә, эссе, новелла) жанрындағы эштәр ҡабул ителде. Баһалама ағзалары составында Сибай ҡалаһы яҙыусылар берлеге етәксеһе Әминә Яхина Амина Яхина , билдәле яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева Зульфира Казакбаева , “Киске Өфө” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Рәсүл Байгилдин Расуль Байгильдин , филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмирханова Гулькай Самирханова 35 ҡатнашыусының эшен псевдоним аҫтында тикшерҙе. Конкурста 16 йәше тулған һәм унан өлкәнерәк Сибай ҡалаһында, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында йәшәгән авторҙар ҡатнашты. Беренсе урын, БР мәғариф алдынғыһы Рүзидә Үтәшеваға Рузида Утяшева бирелде, икенсе урынды Ләйлә Мырҙагалина һәм Фәриҙә Мәхмүтова алды, өсөнсө урынды Аделина Шәрипова менән Борис Хәйретдинов бүлеште. Сараны музыкаль яҡтан Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Йәғәфәр Нәҙершин һәм китапханасы Резеда Рәхмәтуллина патриотик йырҙары менән биҙәне. Сараның спонсорҙары Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина Альбина Ярмуллина, балалар ижады үҙәге директоры Фәрүәз Фәрит улы Рафиҡов Фаруаз Рафиков, ял һәм мәҙәниәт паркы директоры Мөрсәлимов Тимур Бурамбаевич Тимур Мурсалимов конкурста яҡшы баһалар алған ҡатнашыусыларға төрлө номинациялар буйынса үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Һынлы сәнғәт мәктәбенең рухлы картиналары залыбыҙға йәм өҫтәне. Эшҡыуар Вилдан Ирек улы Иҙрисов конкурсты үткәреүгә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Гульнара Идрисова сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, китапханасыларға, жюри ағзаларына, бағымсыларға оло рәхмәтен еткерҙе.
#ГодзащитникаОтечестваСибай
#ГодподдержкиучастниковспециальнойвоеннойоперацииичленовихсемейСибай
#СВОихнебросаемСибай
#БиблиотекиСибая
#Модельнаякраеведческаябиблиотека
#ГероиСВО#CИБАЙ
#Победа80#CИБАЙ