Бәйге ғүмер
Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы Таңһылыу Зиннәт ҡыҙы Йәнтүринаның «Бәйге ғүмер» тип аталған китабы бар.
Биографик повесть авторҙың ағаһы Рәхимғолов Вилюр Зиннәт улы рухына бағышлап яҙылған. Вилүр Зиннәт улы республикабыҙҙа иң тәүгеләрҙән булып халҡыбыҙҙың милли кейемен тергеҙеүгә бар көсөн һалған, сәнғәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙың милли тойғоһон үҫтереүҙә тос өлөш индергән шәхес. Оло ҡаҙаныштарға ирешеү юлында көрәш-алыштар, тәрән кисерештәр һөҙөмтәһендә һаулығын юғалтып, аяҡтарынан яҙып, беренсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын юғалтмаған, яратҡан эшен дауам итергә үҙендә көс тапҡан ҡорос ихтыярлы кеше булған Вилюр Зиннәт улы.
Китапты алып уҡыған һәр уҡыусы бик кәрәкле, фәһемле әҫәр тип билдәләй. 