6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

«Богатство башкирского языка», познавательный час

12.12.2025

 

14 декабрь көнө, башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Ул ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың төплө белемен, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән үҙенсәлекле байлыҡ булып тора.Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй.

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында «Бай, яғымлы минең телем» («Богатство башкирского языка») исемле танып белеү сәғәте үтте. Сараға Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейҙың 4а класы уҡыусылары килде. Уҡыусылар менән башҡорт теленең матурлығы, байлығы тураһында һөйләштек, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөк, йомаҡтар систек. Күмәкләп, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләнек, интерактив уйын үткәрҙек, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәттек.Аҙаҡ, уҡыусылар менән төрлө теремек уйындар уйнаныҡ.   Башҡорт теле көнө барыбыҙ өсөн дә илһам сығанағы булһын! Китапхананың уҡыу залында «Башҡорт теле көнө» исеме аҫтында китап күргәҙмәһе эшләнгән.