Книжная выставка «Тыуған илем байрағы», «Триколор моей страны».
25 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул ителә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе – яңы флаг раҫлана.
Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Башҡортостан Дәүләт флагы көнөнә «Тыуған илем байрағы» китаптар күргәҙмәһе әҙерләнде. Күргәҙмәлә ҡуйылған китаптарҙан, байрамдың килеп сығыу тарихын, флагтың төҫтәренең нимә аңлатыуын һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар табырға була.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһында законында флаг төҫтәренең мәғәнәһе асыла: йәшел төҫ – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ – уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын, ғәҙеллекте, күк йөҙөн белдерә.
Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Бөгөн иһә Дәүләт флагы – республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибут. Ул илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы.
25 февраля отмечается День государственного флага Республики Башкортостан. В этот день в 1992 году Верховный Совет Башкирской ССР утвердил новый флаг, ставший одним из официальных символов республики.
🔥 Этот символ гордости и единства является неотъемлемой частью истории нашего народа.
Государственный флаг Республики Башкортостан – важный символ, который объединяет все этнические группы региона. Он символизирует национальную консолидацию и единство. Флаг служит напоминанием о значимых исторических событиях, о подвигах предков и формирует коллективную память.
Сегодня флаг олицетворяет мужество, честь и взаимопомощь защитников нашей республики. Значок с флагом Башкортостана – это не просто символ отличия, а воплощение доблести, храбрости, верности присяге и готовности поддержать друг друга.
⭐️ Желаем мира, добра и благополучия каждому жителю Башкортостана!
С Днём Государственного флага Республики Башкортостан! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө менән!
#ФлагРБ #Башкортостан

