6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Ифтар үткәреү -изге ғәмәл

06.03.2026

Мосолмандарҙың изге айҙарының береһе Рамаҙан айы бара. Ураҙа тотҡандарҙы саҡырып ауыҙ астырыу – ифтар үткәреү иң изге ғәмәлдәрҙән һанала.

Ифтар ашын үткәреү һәр кемгә зарур. Үҙе ураҙа тотмаған кеше ураҙала булған кешегә ауыҙ астырһа, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәләнең шуның өсөн ризалығы һәм әжере булыр, «Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер», – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусыны саҡырып ифтар үткәрһә, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә.

5 март, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, ифтар ашы үткәрелде. Ифтарға китапхананың өлкән вәкил ҡулланыусылары йыйылды. Барыһы ла йыйылғас, аяттар уҡып, доғалар ҡылып, ауыҙ асып, һыйлы табын артында аралашып,  һөйләшеп, Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә Рамаҙан айының бәрәкәтен бирһен, илебеҙгә тыныслыҡ килһен тигән изге теләктәр әйтеп, ултырҙылар ҡунаҡтар. Аҙаҡ, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп,  Изге Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булыуын теләп хушлашып таралыштылар.

Шулай, үҙе бер йәмле, йылы осрашыу булды китапханала.

Аллаһы тәғәлә барыбыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен! Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

#ИзгеРамаҙан#Ифтар#Сибайкитапханалары

#старшеепоколениеРБ
#башкирскоедолголетие