Яҙ Һәм мөхәббәт байрамы
06 мартта, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнөнә ҡарата, «Яҙ Һәм мөхәббәт байрамы» шиғри сәғәте үтте. Сарала китапханабыҙҙа эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубы ағзалары һәм китапханабыҙ ҡулланыусылары ҡатнашты. Залда ултырыусыларҙы китапханасылар һәм Сибай яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әминә Яхина ҡотланы. Артабан клуб ағзалары Мотал Рәмов, Рузидә Үтәшева, Рәйсә Иҫәнбаева, Мәрйәм Хәсәнова, Рәмзиә Ниғмәтуллина, Әнисә Хоҙайбиргәнова яҙҙың иң күркәм байрамы менән ҡотлап шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙеләр. Әүҙем китап уҡыусыбыҙ, махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугир Эдуард Таштимировтың ҡатыны Рита Таштимирова ижад утында яныусыларға уңыштар теләне һәм Ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашһын, доньялар имен, күгебеҙ аяҙ булһын тиәгән теләген еткерҙе.
Яҙ байрамы менән ҡотлап Рауил Хәсәнов ҡурай моңдарын, Дилара Рафиҡова ҡумыҙ моңдарын, Рәмзиә Ниғмәтуллина матур йырҙарын бүләк итте.
Йылылыҡ, ихласлыҡ һәм илһам менән һуғарылған осрашыуҙан барыһы ла рәхмәттәр әйтеп таралышты.
#старшеепоколениеРБ
#башкирскоедолголетие
#Әҙәбитирмәклубы
#Модельнаякраеведческаябиблиотека

