6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

“Яҙыусы – юбиляр” китап күргәҙмәһе (Мөнир Ҡунафин ижады)

12.03.2026
📖Бөгөнгө проза жанрында әүҙем ижад итеүсе, әҙәби ижадта үҙенең ныҡлы урынын тапҡан әҙип – Мөнир Ҡунафиндың Мунир Кунафин ижады тураһында ҡыҙыҡһыныусыларға Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Яҙыусы – юбиляр” китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
📖Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
📖Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй. 2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире. 2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге «Достоверность. Ответственность. Мужество» премияһы лауреаты (2024). 2025 йылдың 27 авгусында Өфөлә «Армия мәҙәниәте көндәре» саралары барышында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә. Юғары награданы әҙип БР Башлығы Радий Хәбиров тапшыра.
📖 Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» фәлсәфәүи спектакле тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя. Яҙыусының әҫәрҙәре рус, төрөк, яҡут, татар, удмурт телдәренә тәржемә ителгән.
📖Мөнир Ҡунафиндың күп кенә журналист яҙмалары Бөйөк Ватан, афған һуғышы ветерандарына, махсус операцияла ҡатнашыусыларға арналған. МХО темаһына мөрәжәғәт итеп, иң беренсе батыр яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк сығара. Ул махсус хәрби операция зонаһында ике тапҡыр ижади командировкала була.
Китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы, Мөнир Кунафиндың китаптары менән танышырға, Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһына (Чайковский урамы 30) саҡырабыҙ.

#55йәш
#МөнирКунафин
#Башҡортәҙәбиәте
#Тыуғаняҡтыөйрәнеүмоделькитапханаһы