6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

“Ижадында – халыҡ ғәме” китабының презентацияһы

25.03.2026
23 мартта, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында, яҙыусы, драматург, уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рамазан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялары лауреаты Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның Лира Якшибаева “Лира Яҡшыбаева. Ижадында – халыҡ ғәме” китабының презентацияһы үтте.
Китапта яҙыусы һәм хажиә Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның ике тиҫтә йылдан ашыу арауыҡта ижад иткән проза һәм сәхнә әҫәрҙәренә, шиғырҙарына, тарихыбыҙ, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйланыуҙарына ҡыҫҡаса әҙәби байҡау яһала, ғалимдарҙың, ҡәләмдәштәренең, матбуғат хеҙмәткәрҙәренең мәҡәләләре, уға арнап яҙылған ижад өлгөләре бирелә.
Сарала Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубы ағзалары ла ҡатнашты һәм сығыш яһанылар. Әҙибәгә изе теләктәрен еткерҙеләр, уңыштар теләнеләр, яңы сыҡҡан китап менән ҡотланылар.
Был матур сараны ойоштороусы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллинаға Диля Фаткуллина һәм уның коллективына ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы тураһында борсолоп йәшәгән һәм ижад иткән арҙаҡлы милләттәшебеҙ Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваға ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

#старшеепоколениеРБ
#башкирскоедолголетие
#Әҙәбитирмәклубы
#Модельнаякраеведческаябиблиотека