Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу
07 апрелдә, Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Тансулпан Гарипова менән бик йәнле осрашыу үтте.
РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы Тансылу Гайнуллина әҙибәнең ижады буйынса сығыш яһаны. Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Райса Кунаева-Ишмурзина “Йәшәү – оло бәхет” тип аталған китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы, ололар ҙа, йәштәр ҙә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының китаптарын яратып уҡыуын һөйләп үтте, йәштәргә уның әҫәрҙәренән фәлсәфәүи һәм мәғәнәле цитаталарҙы уҡып ишеттерҙе. Сибай ҡалаһы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, ижад ҡомарының мәңге һүнмәүен, киләсәктә лә китап һөйөүселәрҙе ҡыуандырып яңынан-яңы һутлы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыуын теләне. Сара колледждың уҡытыусылары һәм студенттарының шиғыр һөйләүе, йыр – бейеүе менән үрелеп барҙы. Хөрмәт иткән әҙибәнең үҙе менән аралашып, ҡултамғаһы менән китаптар һатып алыу мөмкинлеге лә булды. Осрашыуҙы башҡорт теле уҡытыусылары Гульнара Шакирова һәм Альбина Таһирова матур алып барҙы. Сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, ысын халыҡсан яҙыусы менән осрашыу китап уҡыусылар күңеленә илһам һәм дәрт өҫтәп, хәтерҙәрҙә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайбыҙ.
#Тыуғаняҡтыөйрәнеүмоделькитапханаһы
#ТаңсулпанҒарипова
#Сибайҡоролтайы
#Всемирныйкурултайбашкир
#Башкирскоедолголетие
#старшеепоколениеРБ
#молодежьикнига
