“Шәп күстәнәс”тән ауыҙ итегеҙ!
Китапханабыҙға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исхаҡовтың “Шәп күстәнәс” исемле китабы килде. Китапҡа һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре ингән. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор. Уның юмористик хикәйәләре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Хикәйәләр бер тында уҡыла, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ғәләмәт холоҡло кешеләр ысынбарлыҡтың үҙе һымаҡ ағыла китапта.
Дуҫтар! Китапты уҡырға, йәки өйгә яҙҙыртып алырға теләһегеҙ, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһына килегеҙ.
Адресыбыҙ: Сибай ҡалаһы, Чайковский урамы 30