Наил Ғәйетбаев “Бабич”
Уҡырға тәҡдим итәбеҙ!
Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға, Наил Ғәйетбаевтың “Бабич” китабын уҡырға тәҡдим итәбеҙ! Әҫәрҙе Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһынан (Чайковский урамы 30) яҙҙыртып алырға була.
Бабич: роман/ Наил Ғәитбай. – Өфө : Китап, 2023. – 464 бит
“Бабич” – башкорт халкының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡындағы тәүге күләмле әҫәр. Бабич образы быға тиклем күп әҫәрҙәрҙә шағир булараҡ ҡына һүрәтләнә. Бабич шағир ғына булмаған! Ул дәүләт эшмәкәре, музыкант, мөхәррир, оҫта артист булыу өҫтөнә, бейеүҙәр һалған, концерттар ойошторған күп яҡлы талант эйәһе. Был романда автор Бабичтың төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйесмән итеп күрһәтә. Шулай уҡ әҫәрҙең башынан аҙағынаса Бабичтың ҡаҙаҡ һылыуына булған тулҡынландырғыс, тәрән һәм фажиғәле мөхәббәт тарихы ла һүрәтләнә.
Тарихи – мажаралы “Бабич” романы Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған ваҡиғаларға таянып яҙылған.