Рәсүл Байгилдин “Дәүерҙер һәм яҙмыштар”
18.02.2025
Байгилдин, Рәсүл Ғилметдин улы
Дәүерҙер һәм яҙмыштар: роман / Рәсүл Байгилдин
Өфө: БашРедактор, 2024.– 302, [2] б. : ил.
ISBN 978-5-6050273-6-2
Дәүер, власть, йәмғиәт, кеше яҙмышы – был төшөнсәләр бер-береһенән айырылғыһыҙ. Тик шуныһы: улар – һәр осорҙа үҙенсә. Әҙәми зат та үҙ заманында ғына йәшәй, күрәһеләрен күрә һәм «ғүмер» тигән
аманатты артабанғы быуындарға тапшыра. Был күләмле әҫәрҙең геройҙары яҙмыштары аша автор ваҡыт ағышын, тормош күренештәрен һүрәтләй, илебеҙҙәге әһәмиәтле хәл-ваҡиғаларға баһа бирә, уларҙың ни тиклем тығыҙ бәйләнештә булыуына ишаралай, уйланырға, кисерештәргә бирелергә мәжбүр итә.