Ҡаһармандар юлы
«Ҡаһармандар юлы» исемле йыйынтыҡ фронтовик яҙыусыларҙың,
шулай уҡ атай-олатайҙарының аманатына тоғролоҡ һаҡлаған
ҡәләм оҫталарының 1812 йылғы Ватан һуғышынан махсус хәрби
операцияға тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотҡан,
яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡ өлгөләрен тасуирлаған әҫәрҙәрен үҙ
эсенә алған.
Китап билдәле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ғиззәтуллинаның баш һүҙенән асыла. “Ҡаһармандар юлы” китабына билдәле яҙыусының “Алтау, йәки һуңғы граната” әҫәре ингән.
Гөлсирә Ғиззәтуллина махсус хәрби операцияла ут эсендә йөрөгән яугирҙар менән булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Ниҙәр кисерә улар, юлдарында осраған ҡаршылыҡтарҙы нисек үтеп сығалар? Ошолар хаҡында уҡығанда , алған яраларына тешен ҡыҫып түҙгән һәм йәшәүгә, еңеүгә көслө ышаныстары булған батыр егеттәрҙең рух ныҡлығы бер кемде лә битараф итмәҫ.
“Ҡаһармандар юлы” китабына популяр яҙыусы Зульфира Казакбаеваның әҫәре лә ингән. Ул махсус хәрби операция темаһына арналған.
Китап Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан баҫыла.
Предлагаем к чтению издание “Дорогами героев”

В книге собрано творчество писателей-фронтовиков, а также других писателей, которые, оставаясь верными заветам отцов и дедов, отражают героизм наших бойцов, проявленный в ходе различных войн, локальных конфликтов, специальной военной операции.
