6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Фәрит Әхмәров “Практика йәки Чукоткала бер йәй”

19.02.2026

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһына күренекле журналист Фәрит Зәбих улы Әхмәров “Практика йәки Чукоткала бер йәй” исемле яңы баҫылып сҡҡан китабын бүләк итте.

Был китап ниндәй һөнәр һайларға белмәй аптырап йөрөгән өлкән синыф уҡыусыларына һәм тау эше, геологияны үҙ иткән студенттарға тәғәйенләнә.

Көндәлек формаһында яҙылған был әҫәрҙә юғары уҡыу йортоноң дүртенсе курсын тамамалап Чукоткалағы алтын прискаларының береһендә практика үтеп йөрөгән буласаҡ тау инженерының һайлаған һөнәренә табан тәүге аҙымдары, уңыштары, хаталары һәм киләсәккә хыялдары тураһында йәшермәйенсә, асыҡтан – асыҡ бәйән ителә. Китапты автор үҙнәшер юлы менән сығарған.

Яңы китап донъя күреүе менән Фәрит Зәбих улын ҡайнар ҡотлайбыҙ! Күптән уйлаған уй-хыялдарығвҙҙың тормошҡа ашыуына беҙ бик шатбыҙ!  Уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле тормош теләйбеҙ һәм яңынан-яңы ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.