Иҫке Сибай – тыуған ауылым
Боҫтан күле, Атайсал тауы, Төлкөҡамаған… Сибай янындағы ер-һыу атамалары, Иҫке Сибай ауылы тарихы һәм башҡа әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе белгегеҙ киләме?
Дуҫтар! Беҙ һеҙгә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Сәғәҙәт Ишбирҙиндың “Иҫке Сибай – тыуған ауылым” китабын уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Китап үткән быуаттың яҡынса баштарынан башлап, яңы быуаттың тәүге ике тиҫтә йылдарында Иҫке Сибай ауылы халҡының тормоштары, унда булып үткән хәл – ваҡиғалар, кисерештәр, уйланыуҙар хикәйәләү аша сағылдырып, ауылдың тарихы менән таныштырыу маҡсатында яҙылған. Баҫма тураһында 2019 йылда төшөрөлгән сюжетты ҡарарға тәҡдим итәбеҙ https://www.youtube.com/watch?v=DTVeohdK_L0
Китапты Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһынан өйгә яҙҙырып алып уҡырға була. Адресыбыҙ: Сибай ҡалаһы Чайковский урамы 30