Спатак Ильясов “Биғлый”
Спартак Ильсовтың “Биғылый” исемле китабына роман, повестар, хикәйәләр тупланған.
Ысын хәл-ваҡиғалар нигеҙендә яҙылған драма. Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең аяныслы тормошо һәм үлеме тураһында бәйән итә автор был романда.
«Үҙ күҙем менән күргәнде яҙҙым. Биктимер, романдың төп геройы, үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡайны. Сөнки тапһалар атырҙар, тип ҡурҡа ине. Хөкүмәттән бер ниндәй ярҙам да, яҡлау ҙа тапмаған һуғыш һалдаты. Урман кешеһенә биргән вәғәҙәмде тотоп, романды ул үлгәс кенә яҙып сығарҙым,»- тип һөйләй автор.
Ғәҙеллек, тоғролоҡ, үҙ тәбиғи булмышыңды һаҡлау мөкәддәс бурыс икәне тураһында уйланырға урын күп. Китап Зәйнәб Биишева ис. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2016 йылда баҫылған.
Китапты Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһынан (Чайковский урамы 30) уҡырға алырға була.