6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Һуңғы шырпы

10.04.2025

Бөгөн, 10 апрель, шырпының тыуған көнө икән. Хәҙер көнкүрештә шырпыны ла аҙ ҡулланабыҙ. Газ плиталары электрон ҡабыҙыла, йәки, ҡабыҙыусы (зажигалка) ҡулланабыҙ. Магазин кәштәләрендә шырпы һатыла, тик уны кешеләр элекке кеүек күпләп һатып алмай. Ә бына Тәскирә Даянованың “Һуңғы шырпы” китабы магазинда юҡ. Уны китапханаларҙа табырға була. Ни өсөн “Һуңғы шырпы” тип атала китап? Ҡыҙыҡһындырһа, беҙҙең китапханаға килеп, яҙҙыртып алып уҡығыҙ. Шәп китап!
Ололар өсөн яҙылған был китап 2009 йылда донъя күрҙе. Китапҡа ингән повесть һәм хикәйәләрҙә ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары бәйән ителә. Буталсыҡ һәм ауыр заманда кешеләр тормошта үҙ урынын эҙләгәндә әҫәр геройҙары бәҫтәрен төшөрмәй, насар юлға баҫмай үҙ юлдарын табырға тырыша. Күңелдәрендәге изгелек, мәрхәмәт тойғолары уларҙы алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.